Был хеҙмәттә башҡорт телендә баш, өҫ, аяҡ кейемдәре һәм биҙәүестәр лексикаһына тулы анализ тәҡдим ителә. Тел мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусыларға, этнографтарға, фольклорсыларға, мәктәп уҡытыусыларына, шулай уҡ сауҙа, кейем-һалым һәм биҙәүестәр етештереү өлкәләре, ваҡытлы матбуғат, телевидение, радио хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнә. Баҫма юғары уҡыу йорттары һәм педагогия колледждары студенттары тарафынан да ҡулланылырға мөмкин.
